Хөрмәтле, ауылдаштар!

Һеҙҙе Ураҙа ғәйете менән ҡотлайбыҙ. Быуаттар дауамында ул исламдың ысын ҡиммәттәрен кәүҙәләндерә, хәҙерге заман мосолман донъяһының бай тарихы менән халыҡ мәҙәниәтен бергә бәйләүсе булып тора. Был көндәрҙә һәр иманлы кеше Аллаһы Тәғәләгә ихлас доға ҡыла, үҙенең тойғоларын, уйҙарын һәм эштәрен мәрхәмәтлек һәм ғәҙелеккә, яҡындарын хәстәрләүгә йүнәлтә. Ураҙа байрамы беҙгә күңел тыныслығы,яңы изге эштәргә һәм лайыҡлы аҙымдарға илһам бирһен! Һеҙгә һаулыҡ, бәхет һәм именлек теләйбеҙ.
Ихтирам менән, Зубов ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәте.